Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2022, 04:53

Телде йоторлоҡ соус!

Еңел генә эшләнгән был аш тәмләткес кибеттә һатып алынғандан күпкә яҡшыраҡ.

Телде йоторлоҡ соус!Телде йоторлоҡ соус!
Телде йоторлоҡ соус!

Соус өсөн 6 килограмм ҡыҙарып бешкән помидор, 1,5 кг алма, 300 грамм һуған, 2 стакан шәкәр (миҡдарын аҙыраҡ алырға ла була), 3 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы 9 процентлыҡ уксус, 1,5 балғалаҡ төйөлгән корица, 1 аш ҡалағы төйөлгән ҡара борос кәрәк буласаҡ.

Помидорҙарҙы, алманы, һуғанды яҡшылап йыуып турайбыҙ һәм сәғәт ярым быҡтырабыҙ. Бешкән массаны блендер менән иҙәбеҙ (теләүселәр иләк аша һөҙә ала).

Артабан төрлө тәмләткестәр өҫтәп, тағы 1 сәғәт бешереп алабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн болғатып торабыҙ. Артабан әҙер соусты стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. 750 грамлыҡ 8 банка сығырға тейеш. Бик шәп соус, мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ!

haibh.ru

 

Автор:
Читайте нас