+30 °С
Болотло


Михаил Горбачев 1931 йылдың 2 мартында Ставрополь крайы Привольном ауылында тыуған. 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, 1971 йылдан — Үҙәк Комитет ағзаһы.
Генераль секретарь, һуңынан Советтар Союзы етәксеһе вазифаһында «үҙгәртеп ҡороу»ҙың инициаторы һәм идеологы. 1990 йылда Нобель премияһына лайыҡ булған.
Сәйәси карьераһын тамамлағандан һуң йәмәғәт һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән.
Рәсәй президенты Владимир Путин Михаил Горбачевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.