

«Ата-әсәләрҙән мәктәптәрҙе ремонтлауға аҡса йыйырға тейеш түгелдәр, сөнки был – енәйәт эше», – тине ул.
Рәсәй ҡануниәте буйынса, илебеҙҙең һәр гражданы бушлай мәктәпкәсә, төп дөйөм һәм урта профессиональ белем алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ 2013 йылда «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы 273-ФЗ законға мәктәптә аҡса йыйыуҙы тыйыуҙы регламентлаған төҙәтмә индерелде. Уҡыу барышына ярашлы барған бөтә нәмә дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана. Ата-әсәләр ремонт, дәреслектәр йәки хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы өсөн аҡса тапшырырға тейеш түгел.
Ҡануниәттә аҡса һалырға тейешле мотлаҡ категориялар билдәләнмәгән. Ата-әсәләрҙән аҡса йыйған өсөн дә уҡыу йорттары етәкселеген, педагогтарҙы һәм башҡаларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин.
Фото: Т. АМАНОВ.