

Бөрө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Шәмсетдин күлендәге һәм Осиновка ауылы эргәһендәге күл буйында урынлашҡан өс туристик объект танылыу яуланы.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төҙөгән республика исемлегенә 22 райондағы 38 глэмпинг ингән. Яңы объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары буйынса йүнселдәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә асыла.
Бөрөлә глэмпингтар “ZeБирск” проекты “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тикшергәндән һуң асылды. Әле ғәҙәти булмаған ике турбаза ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙер. Инвесторҙар, бөрөләр һәм район ҡунаҡтары был урынды яратыр, ғаиләләре менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә килер, тип ышана.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info/press_releases/307123
https://bashgazet.ru