

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова күптән түгел рәсми рәүештә "Татарстандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. 20 йылға яҡын сәхнәлә ижад иткән популяр йырсы был исемгә күптән лайыҡ. Һәр саҡ тура телле, үҙ фекерен йәшермәй тамашасыларына еткерә алған Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләренә тантаналы саранан фотолар ҡуйып, түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.
"Рәхмәт минең ижадыма юғары баһа биреүегеҙ өсөн, хөрмәтле етәкселәр!
20 йыл сәхнәлә Илһөйә Бәҙретдинованы йырсы итеп тотҡанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт, ҡәҙерле тамашасылар! Был- беҙҙең уртаҡ исем", - тип яҙған ул.
Йырсы үҙенә маҡтаулы исем бирелмәүенә әллә көйөп, әллә көлөп 2019 йылда "Атҡаҙанмаған" тигән йыр ҙа яҙҙырған ине. Тап шул исем менән уның концерттары ла үтте. Тиҙҙән Илһөйә Бәҙретдинова "Мин хәҙер атҡаҙанған!" тигән йыр менән дә сәхнәгә сыҡмаҫ тимә... Булыр унан...
Беҙ Илһөйә Бәҙретдинованы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Фото: "Интертат" сайтынан.
https://bashgazet.ru