

Бөтә Рәсәй өмәһе ике этапта уҙғарыла. Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә.
24 сентябрҙән 8 октябргәсә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. 24 сентябрь — Берҙәм көн.
«Был көндө республика халҡы ҡатнашлығында «Йәшел Башҡортостан» акцияһын үткәрәбеҙ, күмәк көс менән йәмәғәт биләмәләрен һәм ихаталарҙы таҙартабыҙ, бейек ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртабыҙ. Акция 8 октябргә тиклем дауам итә», — тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көҙгө эко-акцияла 8,5 меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошманың һәм 2,5 меңдән күберәк берәмек техниканың ҡатнашыуы, 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 14 мең бейек ағас ултыртыу планлаштырыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, «Йәшел Башҡортостан — Өфө» сайтында баш ҡала халҡы йәшелләндереү эштәренә ҡушылырға мөмкин. Атап әйткәндә, ағас ултыртыу урындары тураһында тәҡдимдәр индерергә була. Бынан алда ултыртылған ағастар тураһында мәғлүмәт интерактив картала бар. Бындай сайттар бөтә муниципалитеттарҙа ла булырға тейеш.