

СССР осоронда, уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында, ата-әсәләр мәктәп формаһы һатып алыу өсөн нисә һум сарыф иткән икән?
Уртаса алғанда, дөйөм сумма 17-21 һум араһында тирбәлгән. Мәҫәлән, ҡыҙҙар өсөн күлдәктең хаҡы – 8-15 һум. Шуға өҫтәп, аҡ һәм ҡара төҫтәге алъяпҡыстар ала инек. Уларҙың аҡ төҫтәгеһе - 3 һум, ҡараһы 3 һум 50 тин торҙо. Ең остарына һәм яғаға мотлаҡ аҡ манжет тегелде. Иң ябайҙары 50 тингә, сигелгәндәре, селтәрлеләре 1 һум самаһына һатылды.
Малайҙар костюмы ҡара-күк төҫтәге пинжәк һәм салбарҙан торҙо. Хаҡы 17 һум 50 тин ине. Уларға тәғәйен күлдәк 4 һум булды. Шулай итеп, малай кешегә тәғәйен мәктәп формаһы 21 һум 50 тин торған.
Бөтә пионерҙар өсөн ҡыҙыл галстук мотлаҡ ине, уның хаҡы 50-70 тин.
Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙҙең мәктәп формаһы нисә һум торҙо? Үҙегеҙ кейгән форма оҡшай торғайнымы?
https://bashgazet.ru