+30 °С
Болотло


Уҡыу йылы алдынан балалар баҡсаһының ҡапҡаһы яңыртылды. Был оригиналь эш сәнғәт матурлығынан тыш, балалар баҡсаһы символын һынландыра - торналар ғаиләһен. Һоҡланғыс ижад емеше!
«Торнаҡай» балалар баҡсаһы коллективы был эште башҡарыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ихлас күңелдән рәхмәт белдерә. Бишбүләк район хәкимиәтенә, шәхси эшҡыуар Ю.Г. Павлов командаһына: Юрий Григорьевич Павлов, Юрий Гордеев һәм Сергей Чифранов, «Бижбулякэнергосервис» ойошмаһында эшләүсе тракторсы Геннадий Николаевҡа, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр Алексей Иванов һәм Александр Григорьевҡа.