Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә.
Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.
Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкестәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.
Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.
Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
Урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.
ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.
1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо һаҡланһа – көҙ шундай булыр.
4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.
8 Сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.
11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.
13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.
19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә - ҡыш ҡарлы булыр.
20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.
21 сентябрҙә ҡуяндар тунын алмаштыра башлаһа – тиҙҙән ҡыш етә тигән һүҙ.
23 сентябрҙә бәшмәк күп булһа – ҡар әҙ булыр һәм киреһенсә.
27 сентбярҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә - көндәр боҙола.
28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.
29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.
30 сентябрҙә торналар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.
"Башҡортостан календары"нан.