+30 °С
Болотло


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ул саҡта яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 кешене мина һалынған бинанан сығармай тота, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы – балалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, террор актына алдан әҙерләнеү мөмкин түгел, шулай ҙа һәр ваҡыт уяу булыу кәрәк.