Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2022, 13:40

"Сөгөлдөркәй" салаты

Бының өсөн сөгөлдөр, помидор, һуған һәм кишер кәрәк буласаҡ. 

"Сөгөлдөркәй" салаты"Сөгөлдөркәй" салаты
"Сөгөлдөркәй" салаты

Был салатты әҙерләү өсөн 2-әр кг сөгөлдөр менән помидор, 1-әр кг һуған менән кишер, 250 гр шәкәр,100 гр тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы алына.
Барлыҡ йәшелсәләрҙе үҙебеҙ теләгәнсә ваҡлайбыҙ (турарға ла, ҡырғыстан үткәрергә лә була), тоҙ, шәкәр, май ҡушып, 40 - 50 минут быҡтырабыҙ. Бешеп килгәндә 3 аш ҡалағы 9%-лы уксус ҡоябыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

hakmar.ru

"Сөгөлдөркәй" салаты
"Сөгөлдөркәй" салаты
Автор:
Читайте нас