Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2022, 06:49

Герой исеме мәңгеләштерелде

Иглин районында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст асылды

Герой исеме мәңгеләштерелдеГерой исеме мәңгеләштерелде
Герой исеме мәңгеләштерелде

Таһир Күсимовтың бюсы Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһының дауамы булды. Хәҙерге һәм киләсәк быуындарға иҫтәлек булһын өсөн төрлө милләт геройҙарына 21 һәйкәл ҡуйылған.

Сарала Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Хәсән Иҙиәтуллин, Геройҙың туғаны Айһылыу Ғүмәр ҡыҙы Усманова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Таһир Күсимов музейы мөдире Фәнилә Билалова ҡатнашты. Бюст асыу тантанаһына Ҡырмыҫҡалы һәм Әбйәлил райондарынан эҙәрмән отрядтары ла килгәйне.

«Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһы — беҙҙең хәтер, бөйөк батырлыҡ алдында баш эйеү билдәһе ул. Беҙ ошо хәтерҙе балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә тапшырырбыҙ. Бер кем дә тарихты һәм донъяны фашизмдан ҡотҡарған ысын геройҙарҙың исемдәрен үҙгәртергә ҡыймаһын өсөн», — тип яҙҙы хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  Бөйөк Ватан һуғышының туғандаш халыҡтары геройҙары аллеяһы быйыл июль айында асылғайны. Донъя тарихында был — ошондай беренсе объект. 

https://www.bashinform.ru

Герой исеме мәңгеләштерелде
Герой исеме мәңгеләштерелде
Автор:
Читайте нас