

Байрам төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Милли кейем көнө барышында республикала байтаҡ сағыу һәм ҙур саралар ҡаралған.
Байрам саралары 7 сентябрҙә Бәләбәй районының Цветаева исемендәге әҙәби тарихи-мәҙәни үҙәгендә старт ала. “Әҙәби ҡунаҡхана”ла рус милли кейеменең тарихын тикшерергә саҡыралар.
9 сентябрҙә Өфөнөң Якутов исемендәге паркында “Милли кейем байрамы” ойошторола. Сарала Башҡортостандың бөтә тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнаша.
Тамашасылар иғтибарына милли кейемдәр күрһәтеү һәм халыҡ оҫталарының эштәре күргәҙмәһе, шулай уҡ ижади коллективтарҙың, профессиональ артистарҙың һәм һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың концерты тәҡдим ителә.
Республика халыҡ ижады үҙәге “Музыкаль этномозаика” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн милли кейемдә килеш халыҡ музыка ҡоралдарында берәй композиция башҡарырға кәрәк. Ваҡыты 2-3 минут самаһы булырға тейеш. Видеороликты социаль селтәрҙәрҙә (Vkontakte, “Одноклассники” һәм Telegram) түбәндәге хештэгтар менән баҫтырырға кәрәк: #ДеньНациональногоКостюма #МиллиКейем2022.
Муниципалитеттарҙа ла саралар программаһы ҡаралған. Республиканың төрлө мөйөштәрендә милли кейемдәр күргәҙмәһе, ошо темаға флешмоб, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, башҡорт түшелдеректәре эшләү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион күлдәктәрен бесеү һәм тегеү, тамбур сигеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар ойошторола.
Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.