Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Сентябрь 2022, 02:51

Саранан ситтә ҡалмайыҡ

3 – 17 сентябрҙә биләмәләрҙе санитар таҙартыу ойошторола, шәмбеләр үткәрелә.

Саранан ситтә ҡалмайыҡСаранан ситтә ҡалмайыҡ
Саранан ситтә ҡалмайыҡ

Был экологик сара ил төбәктәрендә 3 сентябрҙән 1 октябргә тиклем ике этапта үтә. Ошо хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

3 – 17 сентябрҙә биләмәләрҙе санитар таҙартыу ойошторола, шәмбеләр үткәрелә. 24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем көҙгө “Йәшел Башҡортостан” акцияһы була. Ул 24 сентябрҙә ойошторола һәм йәмәғәтселек, ихата биләмәләрендә тәртип урынлаштырыла, ҙур ағастар, ҡыуаҡтар ултыртыла. Был иһә Рәсәй Президенты Владимр Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Өфөлә “Йәшел Башҡортостан - Өфө” сайты эшләй. Унда баш ҡалала йәшәгәндәр йәшелләндереү процесына әүҙем ҡушыла, ағас ултыртыу йәһәтенән тәҡдимдәрен индерә ала. Быға тиклем ултыртылған ағастар тураһындағы мәғлүмәт интерактив картаға индерелгән.

Әйткәндәй, илдә ғәмәлгә ашырыла башлаған өҫтөнлөклө милли проекттар араһында "Экология" проекты ла үтә мөһим урында тора. Ул үҙ эсенә 11 федераль проектты ала.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Саранан ситтә ҡалмайыҡ
Саранан ситтә ҡалмайыҡ
Автор:
Читайте нас