Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2022, 00:36

Бөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнаша

Финалға үткән 45 ҡыҙ араһында Башҡортостан вәкиле лә булыуы беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ!  

Бөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнашаБөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнаша
Бөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнаша

Конкурс Малайзияла үтә. Ул 9 сентябрҙә башлана, төрлө этаптарҙан торасаҡ. Программа бик бай, ҡыҙҙар үҙҙәренең генә түгел, тотош илдең данын яҡлаясаҡ. Финал 18 сентябрь көнө була.

Башҡортостан исеменән конкурста "MISSBASH MODELS" агентлығы (директоры Луиза Зәкирйәнова) моделе Гөлфиә Вәлиева ҡатнаша. Ул Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, республиканың Урман хужалығы министрлығында эшләп йөрөй. Былтыр Мәскәүҙә үткән "Russian Continental" бәйгеһендә 2-се вице-мисс титулына лайыҡ булған. Гөлфиәгә 25 йәш.

Бөрйән ҡыҙына абруйлы конкурста уңыштар һәм оло еңеү теләйбеҙ!

shonkar.com

Бөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнаша
Бөрйән һылыуы "Мисс Азия" конкурсында ҡатнаша
Автор:
Читайте нас