Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентября 2022, 07:48

Бер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлектә 472 кеше сир йоҡторған. Хәҙер 222 пациент дауаханала ята, уларҙың 168-е – 60 йәштән өлкән.

Бер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланғанБер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған
Бер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған

15 сирленең хәлен ауыр тип баһалайҙар, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 2342 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 539 кеше һауығып сыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән.

15 400 кеше коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан. Прививка кампанияһы башланғандан алып 2 963 042 кеше вакцинаның ике компонентын да алған.

https://www.bashinform.ru

Бер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған
Бер тәүлектә Башҡортостанда 472 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған
Автор:
Читайте нас