

Башҡортостандың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар командаһы Бөтә Рәсәй инклюзив регатаһының иң яҡшы 10 вәкиле араһына инде.
Башҡортостандың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яхтасылар йыйылма командаһы Рәсәйҙең инклюзив парус спорты буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабында көс һынашты. Ярыштар 2 – 5 сентябрҙә Мәскәү өлкәһендә ойошторолдо. 12 төбәк вәкилдәре үҙ көсөн һынап ҡараны. Барлығы 20 экпаж килгәйне.
Башҡортостан исеменән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы вәкиле Олег Ротов, Иглин районынан Руслан Шакиров, Стәрлетамаҡтан Руслан Хәлилов һәм Шишмә районынан Марсель Мөҙәрисов ҡатнашты.
Олег Ротов менән Руслан Шакиров дуэты алтынғы урынға сыҡһа, Марсель Мөҙәрисов менән Руслан Хәлилов икенсе урын яуланы.
Фото: Рәсәйҙең Йәмәғәтселек палатаһы.
https://bashgazet.ru