

2022 йылдың октябрендә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы уҙғарыла. Сарала ҡатнашыуға бөтә илдән 64 мең педагог ғариза биргән. Быйыл мәктәп педагогтарына колледждарҙағы төркөмдәрҙең кураторҙары ла ҡушылды.
Сара йомғаҡтары буйынса финалға 1300 уҡытыусы саҡырылған, улар араһында Башҡортостандан - 25.
Карина Әғәҙуллина - Иглин районы Иглин ауылының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы.
- Шул тиклем шатмын! Бындай мөмкинлек күптәргә эләкмәй. Тәү сиратта тәжрибәле уҡытыусыларҙан тәжрибә уртаҡлашып, үҙ эшемдә ҡулланырға теләйем. Был форумға аҡыллы, талантлы кешеләр, үҙ эшенең оҫталары йыйылыр, яңы ҡыҙыҡлы танышыуҙар булыр, тип ышанам, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Карина Ринат ҡыҙы.
Алһыу Асҡарова Өфө ҡалаһының 1-се полилингваль гимназияһында башланғыс класс уҡыусыларын икенсе йыл уҡыта - һөнәрен яратып өлгөргән.
- Балаларға уҡыу уңайлы, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышам. Эштең төрлө алымдарын ҡулланам, белем багажының артыуын теләйем. Үҙем өсөн бик күп яңы нәмә алырмын тип уйлайым. Уҡытыусы – изге һөнәр. Бындай форумдар класс етәкселәренә белем генә түгел, илһам да, үҙ-үҙеңә ышаныс та бирә, - ти Алһыу Флорис ҡыҙы.
Надежда Рычагова Бәләбәй районы Асҡар ауылындағы 41-се мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй, хеҙмәт стажы - 11 йыл.
- Форумды ойоштороусыларҙан хат алғас, шатлығымдың сиге булманы. Һуңғы тапҡыр ундай хис-тойғоно һайлаған факультетҡа уҡырға ингән студенттар исемлегендә үҙемдең исем-шәрифемде күргәндә кисергәйнем. Мин нимә көтәм? Форум - үҫеш нөктәһе: яңы кешеләр менән танышыу, идеялар һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу, бик күп һорауға яуап алыу, шулай уҡ фекерҙәштәр, үҙ һөнәренә ғашиҡ кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге, - ти Надежда Анатольевна.
Зимфира Йосопова мәғариф өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләй. Хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башлай, һуңынан педагог-психолог һөнәре буйынса өҫтәмә белем ала. Хәҙер Нефтекама ҡалаһындағы Республика инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар менән эшләй. Зимфира Фәнәүи ҡыҙы форумда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү буйынса байтаҡ һорауға яуап алырға өмөтләнә.
- Бындай форумдар, һис шикһеҙ, кәрәк. Тәжрибә уртаҡлашыу - балалар менән эштә ҙур ярҙам. Шулай уҡ коллегалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуға ла бер ни етмәй, - тип билдәләй уҡытыусы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, класс етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумы 2021 йылдың 9-10 октябрендә Мәскәүҙә уҙҙы, унда илдең бөтә төбәктәренән 1000-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашты.
Фото: yuzh-ural.ru
https://bashgazet.ru