

Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов, театрҙың әҙәби-драма бүлеге мөдире Рәзилә Рыҫҡужина, музыкаль бүлек мөдире Вәсил Ғафаров, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева Мифтахетдин Аҡмулла музейында булды.
«Беҙҙең төркөм Аҡмулла биографияһындағы иң мөһим факттар аша уның тормошо һәм ижады менән таныштырыу бурысын ҡуйҙы. Ул мәғрифәтсе булған, хәҙер инде беҙ балаларға һәм үҫмерҙәргә, йәштәргә, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһына ла Мифтахетдин Аҡмулланың кем икәне тураһында һөйләргә тейешбеҙ», — ти Зөһрә Бураҡаева.
Театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, спектаклдең премьераһы 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә күрһәтелә.