Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь , 15:37

Мандолина

Ҡыҙыҡай үҙе лә аңлап өлгөрмәҫтән, өтөп алып барған һалҡын һыуға сумды һәм кире ҡалҡынғанында әсе итеп сарылдап ебәрҙе. Шул ваҡыт бөтөн был хәлдән шаңҡып ҡарап торған уҡытыусыһы, ҡапыл ҡуҙғып, ярҙамға ташланды. Тик ул мәкегә яҡын килә алмай, яҡынлайым тип ынтылған ере уйыла бара. Ахырҙа, боҙға ятып мандолинаһын һуҙҙы.

Мандолина
Мандолина

Әле лә, бәғзеләр кеүек, картиналар галереяһын ғына ҡарап сығыу менән сикләнмәй, боронғо әйберҙәр һаҡланған яҡҡа үтте. Башта төрлө ерҙәрҙә һәм төрлө замандарҙа табылған тимер-томор, һауыт-һабаны байҡаны. Унан музыка ҡоралдары ҡуйылған урынға күсте. Ҡасандыр ниндәйҙер оҫталар ҡулында үҙ ғүмерен үткәреп, әле килеп ошо кәштәләрҙә зарыҡҡан гармун, скрипкалар теҙелгән рәттәрҙе һөҙөп үтеп барғанда, яҡшыраҡ күрергә секерәйеп ҡыҫылған күҙҙәре ҡапыл шар асылды Әлфиәнең. Мандолина! Таныш… «Мөмкин түгел!» Муйынын алға һоноп тексәйҙе, унан кире артҡа шылды – кит инде! Шул бит! Шул! Был мандолинаны башҡа менән һис бутамаҫ, меңдәр араһынан да таныр ине ул. Ике яҡ сикәһенә сөй ҡыҙҙырып төшөргән һүрәттәре лә, уң яҡ ситтәге «ҒӘ» тамғаһы ла, унан аҫтараҡ сәскә тажы эсендәге кескәй “Ә”лә бынау устары менән йөҙәр ҡат һыйпалған, бармаҡ биттәре менән меңәр ҡат үтелгән, уйһыу-уймаҡ урындары ла – барыһы, барыһы ла таныш. Таныш ҡынамы, илап ебәрерҙәй яҡын, үҙ...
Әлфиә, ян-яғына ҡаранып, музей хеҙмәткәрҙәрен эҙләне:
– Иптәштәр! Ҡарағыҙ әле, мөмкинме бында берәйһен?
– Әлбиттә, тыңлайым, – шул арала мөләйем бер ҡыҙ тып итеп килеп тә баҫты.
– Б-был… мандолина, ҡайҙан?
– Тә-әк, номеры… хәҙер, – ҡыҙ егәрле атлап китеп барҙы ла, Әлфиә һушын йыйып өлгөргәнсе, папка тотоп килеп тә етте. – Тә-әк… Әһә. Әсмәбикә Ҡарағолова тигән инәй ошо районда йәшәгән ваҡытында индереп биреп киткән.
– Н-нисәнсе йылда?
– Әйтә алмайым. Исеменән башҡа мәғлүмәттәр юҡ.
Ҡарап тороп ҡына түҙемлеге етмәне, рөхсәт һорап, мандолинаны ҡулдарына алды Әлфиә. Алды ла, ирекһеҙҙән һығылып сығып, сикәләренән йүгерешкән йәштәрен бармаҡ остары менән һөртә-һөртә, бала шикелле итеп күкрәгенә ҡыҫты. Унан һыйпап, хатта танауына яҡын килтереп еҫкәп торҙо. Әллә, ысынлап, Ғәбит ағайҙың әсе махорка төтөнө, әллә Әсмә апайҙың еҫле майы һеңеп ҡалған? Әллә хәтирәләр еҫеме был?
…Дәшһәтле һуғыштан ике йыл әүәлме, әллә өс йылмы? Өс тирәһелер. Ауылдарына оҙон юбкаһы өҫтөнән ҡырмыҫҡа билен ҡалын ҡайыш менән өҙөп быуған ап-аҡ йөҙлө, ҡара ҡашлы уҡытыусы килеп төштө. Унан алда килгән һәм ошонда төйәкләнеп ҡалғандарынан төптө башҡа, ят ине ул. Был үтә лә зифа буйлы, аҡҡош муйынлы, моңһоу ҡарашлы. Оҙон нәҙек бармаҡтары ҡара ҡәләменән башҡаны күтәрә лә алмайҙыр кеүек. Сәсен ҡабартып, соңҡаһына түгел, түбәһенә өйөүе лә, күлдәк түгел, блузка- юбкалар кейеүе һәм оҙон итәге аҫтынан үксәле ботинкаһының осло мороно “йылп-йылп” күренеп йөрөүе лә үҙенә генә хас, бындағылар өсөн ят күренеш ине.
Әлфиә уҡытыусыһына, бер тамаша ҡылған шикелле булып текләп ултырып, дәрес үтеүен дә һиҙмәй ҡала. Был апай берәй әкиәттән килеп төшкәндер ҙә, хәҙер ҡатыраҡ ел иҫһә, тәҙрә аша осоп сығыр ҙа китер кеүек тойола уға. Тик апай юғалмай, эргәһенә яҡын уҡ килеп төбәлә. Алдағы парталағылар боролоп, ауыҙ йыра. Туҡта, апай уға өндәшә бит.
– Әлфиә, һин мине тыңламайһың бит. Әлфиә, – ти икән.
– Ә?
– Өйгә эште яҙып алдыҡ, һин ойоп ултырып ҡалдың.
Ҡыҙара-бүртенә таҡталағын йәһәтләп күсереп ала ла башҡалар ыңғайына китап-дәфтәрҙәрен сумкаһына тултыра һәм ҡабаттан беләктәрен өҫтө-өҫтөнә һалып, турайып ултыра. Башҡалар ҙа шулай иткән, дәрестәр тамамланыуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә ҡайтырға ашыҡмай. Күҙҙәрен дүрт итеп, уҡытыусыларынан тағы ла нимәлер көтәләр. Бына апайҙары ҡыҙыл туҡыма менән ҡапланған өҫтәле аҫтынан кескәй генә түңәрәк ҡорһаҡлы мандолина килтереп сығара ла, илһамлы ҡараштары менән уҡыусыларын бер иркәләп алғас, алға эйелә биреп, тырнаҡ остарына ҡыҫтырған ҡаты кимерсәкте ҡылдар өҫтөндә бейетеп алып китә. Нескә генә гөрөлдәкле илаһи моң башта бәләкәй ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелен, унан, урғылып сығып, иҫке мәктәптең тәпәш класс бүлмәһен, унда ла һыймай, ҡасандыр манаралы мәсет булған мәктәпте тултыра. Әкрен генә бүлмә ишеге асылып, унда шым ғына инеп башҡа класс балалары, ҡалған уҡытыусылар өйкөлөшә. Тын да алмай тыңлайҙар. Көй артынан көй ағыла, апайҙарының моңһоу ҡарашы тыңлаусыларға ла күсә. Онотолалар…
– Еткәндер, – уйнаусы туҡтаған, хатта китергә йыйынып тороп баҫҡан икән. Ә тамашасыларҙың береһе лә иҫенә килмәгән. Был иҫкәртеүҙән аңдары йыйылғандар, хыялый йылмайышып, ҡуҙғала башлай. Барыһы ла ләм-мим, рәхмәт әйткән, тәбрикләгән әҙәм юҡ. Сөнки улай ғәҙәт ителмәгән. Урман-тауҙар төпкөлөндә ятҡан был ауылдың тәбиғәте кеүек үк ҡырыҫыраҡ, йомоғораҡ халҡы оҫталар, һәләтлеләр тураһында үҙҙәре булмағанда ғына маҡтап, һоҡланып һөйләй. Алдарында бары өнһөҙ тыңлап йә күҙәтеп кенә торалар. Сөсөләнеү, осондорор хәбәр әйтеү йәшенә лә, ҡартына ла хас түгел. Ситтән килгән уҡытыусылары бындай мөнәсәбәтте, бәлки, ҡырағайлыҡ тип тә уйлайҙыр, әммә уй-хистәрен һиҙҙермәй, тәүге көндә үк мандолинаһын күреп ҡалған фатир хужабикәһенең һорауын үтәгән кеүек, әле лә көн дә дәрестәрҙән һуң уҡыусыларының теләген ҡәнәғәтләндерә. Үҙе моң һөйгәс, моңға ғашиҡтарҙы ла һөйә, хөрмәт итә, ахыры, ул.
Әсмә уның исеме. Үҙе кеүек нескә, йомшаҡ, хисле генә исеме лә.
– Әсмәгә тиң булырҙай егет юҡ беҙҙә, – тип һөйләшә Әлфиәнең әсәһе менән апай фатирҙа торған күрше Мөғлифә инәй.
– Анау Хәтирәнең Сәғите уҡымышлы тиҙәр, ҡайтып төшмәҫ микән, – ти нимәгәлер өмөтләнеп инәй.
– Ҡай, алар заты гөрбөйән дә инде, – тип ҡаршы төшә әсәһе. – Бикле ултырып һулыр.
– Эйе шул, – тип килешеп, Мөғлифә, уфтанып уҡ ҡуя. – Китеп барһа ла, әрәм инде.
Ысынлап шулай булдымы, әллә башҡа сәбәптәнме, Әсмә апайға егет булманы ауылда. Бығаса килгән уҡытыусы ҡыҙҙар Яңы йылдан да ҡалмай эйәле була торған булһа, сибәр мандолинасыны кейәүгә саҡырыусы табылманы. Сәбәбе телдән әйтелмәһә лә, барыһына ла аңлашыла ине. Әсмә апай үҙенең осоп йөрөгән кеүек кенә һын-фиғеле, талғын хәрәкәттәре, бейеүселәрҙеке ише һығылмалы ҡулдары, ап-аҡ нәфис йөҙөндәге керпектәре леп-леп килеп торған ҡоралай күҙҙәре менән ауыл егеттәренең иң-иңдәренең дә янына йәбешмәй. Уны берәүҙә лә һыйыр һауып ултырған йәки һарыҡ эҙләп йөрөгән итеп күҙ алдына килтереп булмай. Һәм бик эстәре янһа ла, егеттәр ҙә бындай юғары нескәлеккә үрелә алмай, тәртип һаҡлай ине, буғай.
Яңы йыл алдынан ауылға район үҙәге йәштәре концерт алып килде. Араларындағы хәрби кейемдәге оҙон буйлы егетте, әлбиттә, аңғармай ҡалыу мөмкин түгел ине. Ҡурайсы икән үҙе. Йырсы-бейеүселәргә ҡурай тартып, сәхнә ситендә күренә биреп кенә ултырҙы. Аҙаҡ, хәрби комиссариат кешеһе тип таныштырып, баш эйҙерҙеләр. Быларҙың сығыштарынан һуң, күстәнәскә ауылдыҡылар ҙа бер-ике номер күрһәтте. Әсмә апайҙың мандолинаһын халыҡ ҡат-ҡат һорап сығартты. Уйнаны ла уйнаны ул, нәҙек кенә бармаҡтары нисек түҙгәндер. Шунда, сәхнә ситендә, итектәре иҙәнгә ҡағылған шикелле булып баҫып торған хәрбиҙең апайыбыҙға күҙен дә шылдыра алмай текәлеүен күптәр аңғарҙы һәм киләһе ялда был офицерҙың һыбай килеп төшөүенә аптыраманылар ҙа, шикелле. Әсәһе хатта: “Нәкәнис”, – тип ебәрҙе.
Әсмә апай менән Ғәбит ағай араһында мөхәббәт ялҡыны ҡабынды. Икәүһенең парлашып ауыл урамынан үткәне һоҡланып ҡарап ҡалыр тамаша булды. “Таһир менән Зөһрә инде былар”, – тип тел сартлатты ҡатын-ҡыҙ.
Әлфиә әсәһе киске һауынға киткән ҡышҡы оҙон кистәрҙә йыш ҡына күршеләрендә булды һәм Әсмә апаһы урынына күп осраҡта Ғәбит ағайҙы үҙе сығып ҡаршыланы. Унан әкиәт батыры ише сибәр хәрби менән ҡара-ҡаршы ултырып сәй эскәс, эйәртенешеп, мәктәпкә баралар, унда Әсмә апай олораҡ балаларҙы мандолинала уйнарға өйрәтә. Ҡайтҡанда йәштәр, Әлфиәне уртаға ҡуйып етәкләп, йә шыуҙыра, йә йүгертә – күңелле була. Тура Әлфиәләрҙең өйөнә киләләр, мейес яғып ебәрергә кәрәк. Тик был эште әлегә Әлфиә лә, ниңәлер Әсмә апаһы ла йүнләп башҡара белмәй. Уҡытыусыһы утынды тоҡандыра алмай өйҙө төтәтеп, үҙе сәсәп бөтә торған булһа, Әлфиәне әлегә бәләкәй тип ышанып етмәй әсәһе. Ғәбит ағай был мәшәҡәтте, тәү күргәндә, мәрәкә итеп ҡарай биреп торҙо ла, усаҡ алдына сүгәләп алып, икеһенә лә ут тоҡандырыу тәртибен аңлатты. Башта ул сайырлы ҡоро ағастарҙан бысаҡ менән сыралар һыҙырҙы, унан уларҙы сат-сатлап өйөп һалды һәм, шырпы сыйғас, өйөмдөң ике яғына тағы ла бер нисә ҡороно теҙҙе. Усаҡ гөрөлдәп һөйрәп алып киткәс, тағы бер аҙ өҫтәп, ҡапҡасын ябып уҡ ҡуйҙы.
– Аңланығыҙмы? – тип һорай ул ҡыҙҙарҙың икеһенә лә алмаш-тилмәш ҡарап, күренеп тора: үҙенә күңелле.
– Мин былай ҙа беләм, – ти Әлфиә иҫе китмәй генә. – Ә Әсмә апайҙарҙың мейесе булмаған, ул шуға белмәй. Ул ишшыу сипарат әйләндерә лә белмәй, һыйырҙан да ҡурҡа… Ы-ы, – апаһының тағы нимәләрҙе белмәүен иҫләй алмай тора. – Йөн сирата алмай, орсоғо ҡолай ҙа китә. Ярай, икмәк әсетергә өйрәнде инде.
Был хәбәрҙән Әсмә апай, йылмайһа ла, сикәләре алһыуланып, уңайһыҙлана. Ғәбит ағай көлөп килеп, һөйгәненең биленән ҡосаҡлап ала ла маңлайынан үбеп:
– Икмәк бешерә алғас, булды, астан үлмәҫбеҙ, – тип, күкрәгенә ҡыҫа. Әлфиә һуңынан был хәлде әсәһе менән Мөғлифә инәйенә һөйләп кинәндерә. Өлкәндәр көлә-көлә лә, әсәһе аҙаҡтан: “Кит, йөрөмә араларында буталып, яраған-ярамағанды күреп”, – тип әрләп тә ҡуя.

Шулай мөхәббәт һәм мандолина моңдарына ғына күмелеп ҡыш сыҡҡас, яҙ уртаһында мандолинаһыҙ тороп ҡалдылар. Дөрөҫөрәге, Әсмә апаһын Әлфиә мандолинаһынан яҙҙырҙы. Апаһын ғына түгел бөтә мәктәпте, ауылды яҙҙырҙы ул моңдан. Ә хәл былай булды.
Әлфиәләрҙең алты өйҙән генә торған кескәй урамы ауыл ситендәге йылға аръяғына ултырған. Йәйҙәрен күпер аша йөрөһәләр ҙә, ҡыштарын, туралап, боҙ аша юл һалалар. Апрель баштары булһа ла, боҙ өҫтөндәге һуҡмаҡ шул килеш әле, бары тик шаршы тәңгәлдәре генә, яп-ялтыр булып, үтә күренеп ята. Әсмә апаһы менән гәпләшеп ҡайтып килгән Әлфиә, шул ялтыр боҙҙан көндәгесә бер генә шыуып үтмәксе булып, йүгереп барып кәйелде лә, кире атлайым тигәнсе, тайып йығылды, һәм ҡолаған ере күҙ-асып йомғансы уйылып китте. Ҡыҙыҡай үҙе лә аңлап өлгөрмәҫтән, өтөп алып барған һалҡын һыуға сумды һәм кире ҡалҡынғанында әсе итеп сарылдап ебәрҙе. Шул ваҡыт бөтөн был хәлдән шаңҡып ҡарап торған уҡытыусыһы, ҡапыл ҡуҙғып, ярҙамға ташланды. Тик ул мәкегә яҡын килә алмай, яҡынлайым тип ынтылған ере уйыла бара. Ахырҙа, боҙға ятып мандолинаһын һуҙҙы. Мәке ситтәренә сатырлап тотоноп торған Әлфиә, өшөгән бармаҡтарын ҡапыл ысҡындырып, мандолинаның ҡорһаҡлы башын ҡосаҡланы ла тубыҡтарын мәке ситенә күтәрҙе. Сығырға тырмашҡан ваҡытта ул мандолинаны шундай көс менән тарттымы, уның бер яҡ осо уҡытыусы ҡулынан ысҡынып китте. Шул секундта уҡ Әсмә буш ҡулы менән Әлфиәнең яғаһынан эләктереп өлгөрҙө лә, елтерәтеп торғоҙоп, өйгә йүгертте. Аҙаҡ, йылы мейес янында кейемдәрҙе алмаштырып йылынғас, ҡурҡыу һәм шатлыҡ тойғолары үткәс, мандолинаны хәтерләнеләр. Боҙ аҫтына инеп киткән мандолинаны…
Шул хәлдән һуң моңһоҙ ҡалдылар. Хәҙер дәрестәрҙән һуң даһырлашып шундуҡ ҡайтыуға сығалар. Мандолина түңәрәге лә эшләмәй. Бик ғәйепле һиҙә үҙен Әлфиә. Күренеп тора, сер бирмәһә лә, уҡытыусыһы ла күңелһеҙләнә. Әсәһе: “Көҙгә мал тотонғас, ҡаланан берәйһе аша эҙләтеп ҡарарбыҙ”, – тип йыуатҡан була ла, уға тиклем нисек түҙергә? Моңһоҙ, мандолинаһыҙ нисек йәшәргә? Һәм был бәләнән Ғәбит ағай ҡотҡарҙы. Мандолина тотоп килде лә инде ул бер кис. Әлфиә ҡыуанысынан һикереп төштө, мандолинаны супылдатып үпте.
– Ә мине? – тип көлә Ғәбит ағай. Бик теләһә лә, ағайҙы үбергә оялды ҡыҙ.
Әсмә апай мандолинаны әйләндереп-әйләндереп һыйпаны:
– Ҡайҙан алдың?
– Бер ерҙән дә тапмағас, инәлеп-ялбарып тигәндәй, бер скрипка оҫтаһынан эшләтеп алдым. Оҡшаймы?
Әсмә апай һөйөнөп туя алмай. Ултырып, ҡылдарын көйләй. Әлфиә, янда һикерәнләй торғас, шунда ла бер йөйөн таба:
– Был мандолинаның тегеһе һымаҡ биҙәктәре юҡ икән.
Ғәбит ағай елкәһен ҡашый биреп тора ла, “Хәҙер”, – тип, эшкә тотона һәм, утта сөй ҡыҙҙырып, ҡорамалдың ике сикәһенә биҙәктәр төшөрә лә серле генә итеп “ҒӘ” тамғаһын һала. Әсмә апай хисләнеп күҙәтеп ултыра.
– Ә был нимә? – тип ныҡыша Әлфиә хәрефтәргә күрһәтеп.
– Ғәбит абзың һәм Әсмә апаң, – ти һөйгәненә күҙ ҡыҫып офицер.
– Ә мин ҡайҙа? – тип албырғата быларҙы ҡыҙыҡай. – Минең дә хәрефемде яҙ.
Йәштәр бер-береһенә ҡарап йылмайыша ла, егет аҫҡараҡ тағы ла бер бәләкәй генә“Ә”-не сыя.
– Э-э… минеке бәләкәй генә булды, – Әлфиә үпкәләмәксе.
– Хәҙер-хәҙер… зато һинеке матурыраҡ була, – тип, Ғәбит ағай хәрефте түңәрәккә ала ла тирәләтеп сәскә таждары аса. – Булдымы?
– Булды-ы-ы!
Ошонан алып уҡытыусыһына кире моң, ә Әлфиәгә тыныслыҡ ҡайтты.
Көҙгә Әсмә апай менән Ғәбит ағайҙың туйы булды. Кейәүгә сыҡһа ла, уҡытыусылары тағы ла бер уҡыу йылына ауылда ҡалды, уға айырым йорт бирҙеләр. Офицер еҙнәләре район үҙәгенә йөрөп эшләне. Уҡыуҙар тамамланыуға, көтөп кенә торған кеүек, Әсмә апайҙың улы тыуҙы. Башҡалар уҡытыусынан тартынһа ла, күрше йәшәп эҫенеп өлгөргән Әлфиә был өйҙөң йыш ҡунағы булһа, бәпәй тыуғас, ҙур ярҙамсыға әйләнде. Йәш әсәнең эше күп, хәҙер ул мейес тә яға, йөн дә тетә, бәйләй ҙә белә. Тик барыбер ҙә мандолинаға ваҡыт табыла, бәпәй ҙә, Әлфиә лә шул моң аҫтында йоҡлап китә.
Унан һуғыш башланды. Йәш ғаилә Ғәбит ағайҙың тыуған яҡтарына күсеп китергә әҙерләнә ине. Ир кеше ҡатынына: “Борсолма, оҙаҡ бармаясаҡ был, йәй аҙағына булһа ла ҡайтып етермен, минһеҙ ҡуҙғалма”, – ти ҙә беренсе доброволецтар отрядын алып китә. Шул китеүҙән бер хат, бер хәбәрһеҙ ғәйеп була.
Һуғыш тамамланып, тағы ла бер йыл үткәс, Әсмә апайға Сәғит ағай яусы ебәрә. Мандолинаһын сиртеп моңланған уҡытыусыбыҙ уны кире ҡаға. Сәғит ағайҙың апайыбыҙҙы яратып йөрөүен барыһы ла белә. Ике йылдан, инде тамам өмөттәре өҙөлөпмө, әллә атайһыҙ үҫеп килгән улын уйлапмы, Әсмә апай Сәғит ағайҙы йортҡа индерә, игеҙәк ҡыҙҙары тыуа. Ул ваҡытта был хәлгә бик рәнйеһә лә, хәҙер үҙе Әсмә йәшен ике йәшәгән Әлфиә йәш ҡатындың хәлен аңлай ҙа кеүек. Тик… Әгәр ҙә шул “тик” булмаһа…
Тағы ла өс йылдан Әлфиәнең әсәһенең йортона кисләтеп кенә Ғәбит ағай килеп ингән. Әлфиә ул ваҡытта ҡалала уҡый ине инде. Усаҡ яғып маташҡан әсәһе, көтөлмәгәнлектән ҡаушап, ултыра төшкән. Мөғлифә инәй менән улар илашҡан, ҡайғырышҡан, сәй ултыртҡан, әммә Әсмә апай хаҡында әйтергә ҡурҡҡан. Икенсе яҡтан, беләлер белмәһә, тура өйөнә ҡайтыр ине, тип тә уйлағандар, әлбиттә. Ахырҙа, Ғәбит ағай үҙе һүҙ башлаған, Әсмәне саҡырып килтерегеҙ, тигән. Күршеләр иргә хәлде аңлатырға, ҡатынының көтөп-көтөп тә көтөк булыуын төшөндөрөргә тырышҡан. Ағай өндәшмәгән. Саҡырғандар Әсмә апайҙы. Апайыбыҙ ингән дә ағайҙың ҡосағына ҡолаған. Ҡалғанын әсәһе белмәй, сығып киткәндәр.
Күпмелер ваҡыттан килһәләр, Ғәбит ағай юҡ, Әсмә апай иҙән уртаһында ҡатып ултыра икән. Бите көл кеүек, ҡараштары бушлыҡҡа төбәлеп ҡалған. Әсәйем уға ташланған:
– Ни булды, Әсмә һылыу, туҡманымы әллә?
– Юҡ, – тигән уҡытыусым, – туҡмаһа икән…
– Нимә тине һуң?
– Алып китергә килгән.
– Ә һин?
Апай бер аҙ ваҡыттан һуң ғына яуап биргән:
– Ундай бәхеткә хоҡуғымды юғалттым бит мин, апай… Саҡ ҡына сабырлығым етмәне… саҡ ҡына…

Ауылда Ғәбит ағайҙың һуғыштың тәүге айҙарында уҡ ҡаты контузия менән иҫен юғалтыуы, пленда булыуы, штрафбатҡа эләгеүе, һуғыштан һуң сит тарафтарҙа мәжбүри эштәрҙә йөрөүе, унан яйлап хәтере асылыуы хаҡындағы тарих телдән-телгә йөрөтөлдө. Әсмә апай менән булған осрашыуы ла, әллә әсәһенән, әллә Мөғлифә инәй ауыҙынан сыҡҡан булып, һәр төрлө биҙәктәр, өҫтәлмәлектәр ҡушылып таралды. Аптыранылар, бот саптылар. Берәүҙәр Ғәбит ағайҙы ҡыҙғанды, икенселәр – Әсмә апайҙы, Сәғит ағайҙы яҡлаусылар ҙа булды, тик күберәген һуғышты ҡарғанылар. Был хәлдән һуң күп тә тормай, Сәғит ағай ғаиләһен күсереп алып киткән. Китер алдынан уҡытыусым мандолинаһын әсәйемә алып килгән һәм:
– Әлфиәгә ҡалдырып китәйем әле, – тигән.
– Ҡуйсәле, – тигән әсәйем, – ҡыҙым уйнай белмәй ҙә инде. Үҙеңдең айырылғыһыҙ нәмәңде.
– Ғәбиттең тере икәнлеген белгәндән һуң мин был ҡылдарға ҡағыла алмайым инде, намыҫым етмәй, – тигән шул саҡ Әсмә апайым. Әсәйем мандолинаны алмаған. “Ике күҙ генәһенән һағышы түгелеп ҡойолоп тора ине”, – тип хәтерләр ине аҙаҡ та хушлашыуҙары хаҡында. Һуңынан апайымдың яҙмышы ҡалай булғандыр ҙа, ниндәй ғүмер кисергәндер – белмәйем. Бары ире етәксе булып, райондан районға күсеп йөрөгәндәрен генә ишеткәйнем. Шул Әсмә апайҙың мандолинаһы ине был. Тимәк, ул үҙен ғәфү итә алмаған, ҡалдыра алмаған янында мандолинаны. Ниндәй аяныс…
Әлфиә ҡулындағын, иркәләп туйғас, ҡәҙерләп, кире урынына һалды. Һалды ла шыбырлап ҡына өндәште. Әйтмәй, өндәшмәй ҙә булдыра алмай ине ул. Кемдер аңлатырға тейеш бит уға – мандолинаға:
– Һин Әсмә апайға рәнйемә, йәме?.. Былай етем ҡалыуыңа ул да, Ғәбит ағай ҙа ғәйепле түгел… Рәнйемә, кисер уларҙы… Һин – һуғыш… һуғыш ҡорбаны.

agideljurn.ru

 

Мандолина
Мандолина
Автор:
Читайте нас в