Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь , 18:56

“Атай ҡаһарманлығы” конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына өсөнсө республика конкурсы финалсыларын билдәләне. Конкурсҡа бөтәһе 218 заявка килгән, былтыр унда 184 кеше ҡатнашҡайны. 

“Атай ҡаһарманлығы” конкурсына йомғаҡ яһалды
“Атай ҡаһарманлығы” конкурсына йомғаҡ яһалды

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын алыу өсөн спорт, дини, йәштәр йәмәғәт ойошмалары, төрлө предприятие, белем биреү, медицина, коммерция структуралары хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, фермерҙар, хәрбиҙәр һәм башҡа хеҙмәт кешеләре ҡатнашты.

Конкурста иң әүҙем ҡатнашҡан райондарҙы ла билдәләп үтке килә. Бына улар: Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Көйөргәҙе, Туймазы, Өфө райондары, шулай уҡ Өфө һәм Сибай ҡалалары. Еңеүселәр исемлегендә - 38 кеше. Улар тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса иң юғары балды йыйған. Был атайҙарҙың күпселеге Өфө ҡалаһынан, Белорет, Учалы һәм Краснокама райондарынан.

“Был награда юҡҡа ғына “Атай ҡаһарманлығы” тип аталмай. Тап уға ярашлы булған атайҙарҙы һайларға тырыштыҡ. Бөтә номинанттар ҙа еңеүгә лайыҡлы, квота ҙурыраҡ булһа, награданы барыһына ла тапшырыр инек”, – тине “Башҡортостан атайҙары советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сынтимер Баязитов.

Быйыл ҡатнашыусылар араһында йәш атайҙар күп. Иң оло йәштәге атай Белорет районынан 86 йәшлек пенсионер, элекке мәктәп директоры Нурулла Миһранов булып сыҡты. Нурулла Мөхөтдин улының исемен еңеүселәр араһында күреү айырыуса күңелле. Ни өсөн тигәндә, ул - “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы, оҙаҡ йылдар ауыл хәбәрсеһе булып, яҙмалары менән ҡыуандырып торған әүҙем шәхес. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк.

Фото: ”Башинформ”.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в