Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь , 18:59

Республиканың ҡайһы төбәктәрендә халыҡ һаны артҡан?

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021” кампанияһының муниципаль берәмектәргә ҡағылышлы һөҙөмтәләрҙе баҫтырып сығарҙы. 2025 йылға Нефтекаманың өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелеүе ихтимал.

Республиканың ҡайһы төбәктәрендә халыҡ һаны артҡан?
Республиканың ҡайһы төбәктәрендә халыҡ һаны артҡан?

2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, һуңғы ун йылда Башҡортостанда халыҡ һаны 19,2 мең кешегә артҡан, йәғни 4,072 миллиондан 4,091 миллионға тиклем еткән.

Республика халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында тора. Күрһәткес ситтән күп килгәндәр иҫәбенә артҡан.

Шул уҡ ваҡытта республиканың 63 муниципаль берәмегенең 12-һендә халыҡ артымы булған: ете ҡалала һәм биш районда.

Халыҡ иҫәбе артҡан ҡалалар: Өфө (+96 мең), Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Благовещен, Бөрө, Октябрьский, Нефтекама. Нефтекала йәшәргә теләгән кешеләр һаны йылдам күбәйә (+9,3 мең) һәм ул Салауат ҡалаһын ҡыуып етеп бара. Салауатта иһә һуңғы ун йылда кешеләр һаны 7,5 меңгә кәмегән. Эксперттар, 2025 йылға Нефтекаманың республика ҡалалары араһында халыҡ һаны буйынса өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелеүе ихтимал, тип белдерә.

Халыҡ иҫәбе артҡан райондар: Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Иглин (+20 мең) һәм Өфө (+44 мең).

– “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021” кампанияһы һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: халыҡ эре ҡалаларҙа туплана һәм киләсәге ышаныслы райондарға күсә, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров “Телеграм” каналындағы сәхифәһендә.

Фото: realtagil.ru

https://bashgazet.ru

Республиканың ҡайһы төбәктәрендә халыҡ һаны артҡан?
Республиканың ҡайһы төбәктәрендә халыҡ һаны артҡан?
Автор:
Читайте нас в