+30 °С
Болотло


Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, ут өйҙө, уның янындағы биләмәне, урамда ултырған авмомобилде ялмап алған була. Янған йортта 1967 йылғы ирҙең - хужаның үле кәүҙәһе табыла. Ваҡиға урынында тикшереү бара, ҡаза сәбәбе асыҡлана.
Һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар, унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: "Башинформ".
https://bashgazet.ru