Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь , 18:52

Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!
Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!

"Беҙҙең Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсында “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яуланы һәм һөнәри бәйгелә маҡтаулы 5-се урынды алды.

Педагогик эшмәкәрлегенең ҙур өлөшөн Мирас Ишдәүләтов Мәғариф һәм фән министрлығы ведомствоһындағы ойошмаларҙа хеҙмәт итеүгә арнаны. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында эшләне, унан һөнәри юлын Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булараҡ дауам итте, Башҡортостандың архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында ла, Өфөнөң 2-се шифаханаһындағы мәктәп-интернатта ла белем бирҙе.

Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, киң белемле уҡытыусы. Уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайым!" - тип яҙҙы Айбулат Хажин.

Фотолар Айбулат Хажиндың сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru

Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!
Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!
Мирас Ишдәүләтовты ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас в