Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь , 16:14

Бишбүләк районы пенсионерҙары Торатауҙа булды

Бындай экскурсиялар 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште уҙған ир-ат өсөн ойошторола. Тик алдан яҙылырға кәрәк.

Бишбүләк районы пенсионерҙары Торатауҙа булды
Бишбүләк районы пенсионерҙары Торатауҙа булды

Бишбүләк районының иң дәртле, әүҙем пенсионерҙары ҙур теләк менән Ишембай районындағы Торатау шиханына сәйәхәткә барып ҡайтты. Экскурсия геопарк үҙәгенән, шихандар тарихын өйрәнеүҙән башланды. Тау итәгендә урынлашҡан солоҡ умарталығы менән сәфәрселәр бик ҡыҙыҡһынып танышты, башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлектәре тураһында күп яңылыҡтар белде.

Сәйәхәтселәр солоҡтоң төҙөлөшөн ҡараны, рәхәтләнеп тәмле йүкә балы менән хуш еҫле үлән сәйе эсте. Туристарға уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға, хан тирмәһе эргәһендә фотосессия ойошторорға мөмкин булды.

Ҡайтыр алдынан өлкәндәр Кантюковка ауылындағы әллә ҡайҙан күркәм булып күренеп ултырған “Суфия” мәсетенә лә инеп сыҡты. Сәйәхәтселәр оло йәштәгеләр өсөн матур ял ойоштороусыларҙың һәммәһенә рәхмәт белдерҙе. ”Тәьҫораттар иҫ киткес ҙур, һөйләп бөтөрөрлөк түгел! Әлдә барғанмын, тип һөйөнөп бөтә алмайым”, – ти Эльвира Зарипова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, турҙар “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһына ярашлы үткәрелә. Бының өсөн  https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм турға яҙылырға кәрәк. Проект  55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәште уҙған ир-ат өсөн ойошторола. Төп талап – сәйәхәттә ҡатнашырға теләүселәр Рәсәй гражданы һәм республика биләмәһендә теркәлгән булырға тейеш. Проектҡа ярашлы, Башҡортостан буйлап сәйәхәткә йылына бер тапҡыр сығырға мөмкин.

Фото: Бишбүләк районы хакимиәте сайты.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в