Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь , 16:08

Быйыл иген мул

Башҡортостанда 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ һуғылған, гектарынан уртаса уңыш – 29,3 центнер.

Быйыл иген мул
Быйыл иген мул

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙың тамамланыуға барыуын билдәләне. Бөгөнгә майҙандарҙың 91 проценты сабылған, 90 проценты һуғылған, был - 1 миллион 592 мең гектар.

– Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Мәләүез, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Хәйбулла райондарында 160 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Май бирә торған культураларҙы (рапс, шипкән, соя, етен) йыйыу дауам итә. Ағымдағы көнгә пландың 13 проценттан ашыуы һуғылған, 80 мең тонна самаһы культураларҙан гектарынан уртаса уңыш 12,6 центнер тәшкил итә. Кушнаренко һәм Хәйбулла райондарында көнбағыш һуғыуға тотондолар, – тине Илшат Фәзрахманов.

Бөтә райондарҙа ла тиерлек шәкәр сөгөлдөрөн йыялар (сөгөлдөр сәскән 19 райондың 14-ендә эш башланған). Бөгөнгә 10 мең гектарға яҡын майҙанда (22 процент) йыйылған, 190 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, 95 мең тоннанан ашыуы сығарылған, уртаса уңыш – гектарынан 267 центнер.

Ике завод 97 мең тонна сөгөлдөр эшкәрткән, 13 мең тонна самаһы шәкәр етештергән.

2023 йылғы уңыш өсөн ужым культуралары 301 мең гектар майҙанда сәселгән, был – пландың 61 проценты. Вице-премьер һүҙҙәренсә, республика хужалыҡтары ҡоро мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлаған.

Бөгөнгә 1 миллион 577 мең тонна сенаж (планға ҡарата 117%) һәм 858 мең тоннанан ашыу бесән (116,5%) әҙерләнгән, был планлаштырылған күләмдән 17 процентҡа күберәк. Силос әҙерләү әүҙем дауам итә, ағымдағы датаға 800 мең тонна һалынған, йәғни пландың 64 процентынан күберәге.

Дөйөм алғанда, республикала шартлы бер баш малға 27,7 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, был - планға ҡарата 102,4 процент.

Мал аҙығы әҙерләү буйынса Благовар районы лидер булып тора. Шулай уҡ Ауырғазы, Благовещен, Баҡалы, Саҡмағош райондары хужалыҡтары алда бара.

Фото: "Республика Башкортостан". 

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в