Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь , 16:17

Хәтерегеҙ насарайһа...

Уны яҡшыртыу өсөн ябай һәм һөҙөмтәле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булығыҙ!  

Хәтерегеҙ насарайһа...
Хәтерегеҙ насарайһа...

Түбәндәге рецепт буйынса дауаланғанда, ҡан баҫымының көйләнеүе, ҡан тамырҙарының нығыныуы, хәтерҙең бермә-бер яҡшырыуы күҙәтелә.

Ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн был эликсирҙы бер нисә ай буйы көн һайын ҡулланырға кәрәк. Уны әҙерләү өсөн бер лимон, бер баш һарымһаҡ, бер ҡалаҡ бал, бер литр йылы ҡайнаған һыу кәрәк.

Һарымһаҡты, ҡабығы менән ҡуша лимонды ваҡлайбыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы банкалағы һыуға һалып, өҫтөн сепрәк менән ҡаплап ҡуябыҙ. Ул өс көн торғас, һыуын һөҙөп алабыҙ. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң бер-ике ҡалаҡлап ҡына эсергә кәрәк.

Бындай дауаның һеҙгә килешеүе-килешмәүе буйынса табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: eda-land.ru

https://bashgazet.ru

 

Хәтерегеҙ насарайһа...
Хәтерегеҙ насарайһа...
Автор:
Читайте нас в