Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Сентябрь , 12:16

Кеше урлаусыларҙы тотҡандар!

Көйөргәҙе районында өс ир йортҡа баҫып инеп, хужаға өс тапҡыр ҡоралдан атҡан, һуңынан...

Кеше урлаусыларҙы тотҡандар!
Кеше урлаусыларҙы тотҡандар!

Август аҙағында күрше ауылдарҙан ике ирҙәр компанияһы үҙ-ара һүҙгә килешә. Низағ Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылындағы клуб эргәһендәге һуғыш менән тамамлана. Бәхәстә ҡатнашыусылар бер-береһенә үс тота. Үпкәләгән ирҙәрҙең береһе туҡмалған өсөн үс алырға ҡарар итә.

Енәйәтсе үҙе эҙләгән 35 йәшлек ирҙең ҡайҙа йәшәүен белгәс, дуҫтарын саҡырған. Кискеһен ике танышы менән Яҡшембәт ауылындағы йортҡа барып ингән. Улар йорт хужаһына өс тапҡыр травматик ҡоралдан атҡан, һуңынан уны автомобиль багажнигына һалып, билдәһеҙ йүнәлештә алып киткәндәр. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл зыян күреүсе ирҙең апаһының күҙ алдында булған. Ул барыһы тураһында ла полицияға хәбәр иткән һәм урлаусыларҙың автомобилен - «Лада Приора»ны тасуирлап биргән.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҡшаш автомобилдең ҡайҙалығын асыҡлаған һәм уны Молокан ауылы янында туҡтатҡан. Салонда өс егет булған. Шулай уҡ арттан килгән автомобиль дә туҡтатылған. Унда тағы ике ир ултырған. Улар ҡулға алынған ваҡытта ҡаршылыҡ күрһәткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларға ҡарата физик көс һәм махсус саралар - ҡул бығауҙары файҙаланырға мәжбүр булған.

Беренсе машина багажнигында полиция хеҙмәткәрҙәре урланған 35 йәшлек ирҙе тапҡан. Икенсе автомобилдең багажнигында был ирҙең травматик пистолеттан атыуҙан йәрәхәтләнгән 21 йәшлек танышы булған. Һөжүм итеүселәрҙе - 24-25 йәшлек егеттәрҙе ҡулға алғандар. Уларҙан ҡорал сифатында файҙаланылған өс травматик пистолет, монтировкалар, тимер торбалар, ағас таяҡтар тартып алынған.

Асыҡланыуынса, енәйәтселәр мөнәсәбәт асыҡлар өсөн үҙҙәренең был күптәнге таныштарын аулаҡ урынға алып сығырға маташҡан. Кеше урлаусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: crimea-news.com

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас в