Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь , 14:54

Һикһәнде уҙһа ла ал бирмәй!

Яҡташыбыҙ 81 йәшлек Рауил Миһранов Мәскәү марафонында еңеү яуланы.  

Һикһәнде уҙһа ла ал бирмәй!
Һикһәнде уҙһа ла ал бирмәй!

Йәнә Ишембайҙан пенсионер Рауил Миһрановтың ҡаҙанышына һоҡланабыҙ! Ул Мәскәү марафонында 80 йәштән өлкән атлеттар араһында көмөш миҙалға лайыҡ булды. 

Еңел атлетика ветераны бындай марафондарҙа тәүгә ҡатнашмай. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егерменән ашыу бәйгелә үҙ көсөн һынай һәм беренселекте яулай.

Башҡортостандан тағы ла бер спортсы – Раевка ауылы егете, ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Ришат Солтанов финишҡа 47-се булып килгән. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Мәскәү марафоны – Рәсәйҙә йүгереү буйынса иң ҙур ярыштарҙың береһе. 2013 йылдан алып үткәрелә. 

ye102.ru

Автор:
Читайте нас в