

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Ижевскиҙағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
"Күршеләребеҙгә ҡурҡыныс ҡайғы килде – Ижевск мәктәбенә һөжүм иткәндәр. Балалар һәм өлкәндәр араһында һәләк булыусылар һәм яралылар бар. Рух ныҡлығы һәм именлек теләйем. Башҡортостан һеҙҙең менән. Кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙербеҙ" – тип яҙҙы БР Башлығы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса фажиғәлә 13 кешенең һәләк булыуы асыҡланды, уларҙың етәүһе – балалар. Удмурт республикаһында өс көнлөк матәм иғлан ителде. РФ Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин етәкселегендә тикшереүҙәр бара.