

Рәсәй Президенты Владимир Путин өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Ошо көндән алып берәүҙәр сумаҙанын әҙерләһә, икенселәр хәрби хеҙмәттән кисектереүгә хоҡуғы булғандар тураһындағы законды өйрәнә.
Ысынлап та, Башҡортостанда кем өлөшләтә мобилизацияға эләгә? Кемгә отсрочка бирелә? Студенттар хеҙмәт итергә барамы? Республикабыҙҙа хәрбиҙәрҙе оҙатыу нисек ойошторолған һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк?
Ошо һәм бүтән һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында (Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән тура эфирҙа) Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләү бүлеге начальнигы Сергей Нетунаев яуап бирҙе.
Бөгөн 26 сентябрҙә киске сәғәт 19:30-ҙа уҙғарылған махсус брифингта ла өлөшләтә мобилизация буйынса һорауҙарға яуап бирәсәктәр. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә тура эфирҙы ҡарарға мөмкин.
Фото: https://smotrim.ru/article
https://bashgazet.ru