Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2022, 02:38

Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылды

Баймаҡ районынан Байрас Байбулов Мәскәү ҡалаһында НТВ каналында эшләй. 

Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылдыМәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылды
Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылды

Башҡортостанда тыуып, әле төрлө ерҙәрҙә уңышлы эшләп, күңелдәре менән тыуған еренә, халҡына һәм мәҙәниәтенә тоғро ҡалған, уны сит ерҙә лә күрһәтә алған яҡташтарыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе - Баймаҡ егете Байрас Байбулов. Әле уның Анна Ахматова исемендәге үҙәк китапханала йәш фотограф, видеолар төшөрөү оҫтаһы Байрас Байбуловтың фотолар күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмә асылыу менән Башҡорт мәҙәниәте көндәре башланыуы билдәләнде, улар китапханала 20 октябргә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте тураһында китаптар серияһын тәҡдим итте. Китапханаға килеүселәргә Урал Республикаһының иҫтәлекле урындары буйынса белешмә-фотоальбомдар ҙа ҡыҙыҡлы буласаҡ. Шулай уҡ башҡорт-урыҫ теле һүҙлектәре һәм һөйләшеүселәре һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Байрас Байбуловтың фотокүргәҙмәһе Мәскәү башҡорттары тормошонда иң сағыу һәм әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе - июлдә «Коломенское» музей-ҡурсаулығында уҙғарылған Һабантуйҙың репортажынан эшләнелгән фотолар. Сағыу объектив менән һүрәтләнгән үҙенсәлекле башҡорт костюмдары, артистарҙың сәхнәләге сығыштары, милли байрам ҡунаҡтарының тәьҫораттары, тәҡдим ителгән фотолар йәйге байрамдың ҡояшлы кәйефен яулай. Шулай уҡ күргәҙмәлә Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен, тарихи урындарын сағылдырған фотоһүрәттәр ҙә бар.

Сараға килеүселәр билдәләүенсә, Анна Ахматова исемендәге үҙәк китапханала Башҡортостан мәҙәниәте менән бәйле сара тәүге тапҡыр үтә. Ул был залдарға сағыу төҫтәр, милли рух өҫтәне, ти ойоштороусылар. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Мәскәүҙең «Хазина» фольклор-хореография төркөмө, «Зоренька» рус халыҡ коллективы сығыш яһауы ла сараға байрам кәйефе өҫтәгән. Илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр Башҡортостостан сәләмен еткергән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән ай дауамында таныша ала.

Байрас Байбулов- Баймаҡ районының Басай ауылы егете, Сибай гимназия-интернатында, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алған. Лицейҙа уҡыған сағында уҡ Сибай телевидениеһында эшләй башлай. Армия сафынан ҡайтҡас та телевидениела хеҙмәт юлын дауам итте. Тырыш егет башта Мәскәүҙә ТВ- Домодедово каналында эшләп тәжрибә туплаһа, әлеге ваҡытта ул НТВ каналы хеҙмәткәре. Ул фото һәм видео төшөрөү менән мауыға. Баймаҡ егетенә артабан да оло еңеүҙәр, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: Байрас Байбуловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru

Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылды
Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙың фото күргәҙмәһе асылды
Автор:
Читайте нас