Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2022, 14:06

Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

2023 йылдың беренсе ярты йыллығына Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһы башлана.

Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

3 октябрҙән 13 октябргә ҡәҙәр республика халҡы түбән хаҡтар менән республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла аласаҡ. Яратҡан баҫмаларға традицион рәүештә почта бүлеге аша ла, онлайн да яҙылырға мөмкин.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто өйҙән сыҡмайынса ғына бер нисә минут эсендә баҫмаларыбыҙға подписка рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Онлайн яҙылыу сервисынан сайтта файҙаланырға мөмкин: rbsmi.ru. Бының өсөн «яҙылыу» бүлегендә керергә: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ гәзит йәки журналды һайлап алырға, уның баҫма йәиһә электрон варианттарына яҙылырға кәрәк.

Бынан тыш, яҙылыусылар бүләк отоу конкурстарында ҡатнаша ала. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто "Яҙыл һәм бүләк от" конкурсы үткәрә. Ҡатнашыу өсөн республика, 2 район йәки республика баҫмаһына яҙылыуҙы рәсмиләштерергә кәрәк: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/.  Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Бүләктәр 2023 йылдың ғинуар аҙағында БСТ телеканалының тура эфирында уйнатыласаҡ. Ҡатнашыу өсөн ирекле формала заявка бирергә кирәк. Адресы: 450079, Уфа ҡалаһы., Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто , 212 кабинет, йәки электрон адресҡа: podpiska@rbsmi.ru.

Быға өҫтәмә рәүештә республика, район, ҡала  гәзиттәре һәм журналдары редакциялары үҙ конкурстарын үткәрә. Барлыҡ нескәлектәрҙе баҫмаларҙың электрон ресурстарында йәки биттәрендә белергә була. Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн яҙылыу 2023 йылдың 6 айынан да кәм булмаған күләмдә рәсмиләштерелергә тейеш.

Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзит-журналдарға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Автор:
Читайте нас