Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2022, 04:00

Төпкөл ауылдарға ла интернет килә

Башҡортостанда интернетҡа тоташтырылған объекттар һаны өс меңдән ашты  

Төпкөл ауылдарға ла интернет киләТөпкөл ауылдарға ла интернет килә
Төпкөл ауылдарға ла интернет килә

Башҡортостанда интернетҡа тоташтырылған объекттар һаны өс меңдән ашты. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һанлы иҡтисад“ милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Элегерәк интернет селтәренә юғары тиҙлектә тоташа алмаған был социаль объекттарға мәғариф ойошмалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары инә. Шулай уҡ  дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм эске эштәр министрлыҡтары, “Росгвардия” ойошмалары һәм һайлау комиссиялары ла ошондай уҡ мөмкинлеккә эйә булды.

Эксперттар билдәләүенсә, социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыу төпкөл һәм бәләкәй ауылдар менән бәйләнеште үҫтерә.

Рәсәйҙә хәҙер, ошо милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, 75 мең социаль әһәмиәтле объект киң һыҙатлы интернетҡа тоташты. Быйыл юғары тиҙлекле мобиль интернет мөмкинлеге алған ауылдар һаны ике меңгә артасаҡ.

Фото: yandex.ru.

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас