Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2022, 15:15

Баҡсаһында снаряд тапҡан

Граждандар һуғышынан ҡалған снаряд сафтан сыҡмаған булған...

Баҡсаһында снаряд тапҡан
Баҡсаһында снаряд тапҡан

Рәсәй милли гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында снаряд табылған.

Уны Мәсәғүттә йәшәгән кеше баҡсаһында эшләгән саҡта тапҡан һәм шунда уҡ тәртип һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Рәсәй милли гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығының Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды белгестәре сәйер табышты тикшергәндән һуң, уның 105-мм артиллерия снаряды булыуын асыҡлай.

Граждандар һуғышынан ҡалған снаряд сафтан сыҡмаған, шуға ла уны, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, карьерға сығарып юҡҡа иткәндәр.

Ведомство снаряд, мина һәм граната кеүек әйберҙәргә тап булғанда, шунда уҡ тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәклеген иҫкәртә. 

Фото: Рәсәй милли гвардияһының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.  

 https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: