Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2022, 08:06

Мобилизацияға эләккәндәргә үҙең менән нимәләр алырға?

Бөгөн күптәрҙе ошо һорау ҙа борсой. 

Мобилизацияға эләккәндәргә үҙең менән нимәләр алырға?
Мобилизацияға эләккәндәргә үҙең менән нимәләр алырға?

Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәргә үҙең менән нимәләр алырға? Бөгөн күптәрҙе ошо һорау ҙа борсой. Әлбиттә, шәхси гигиена әйберҙәре кәрәклеген һәр кем үҙе лә белә.

Үҙең менән беренсе тәүлектә туҡланырлыҡ ризыҡ алырға кәңәш ителә. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, өҫтәмә рәүештә йылы әйберҙәр алырға ла мөмкин (хеҙмәт иткәндәр запас шапка алырға кәңәш итә). Тейешле урынға барып еткәс, ҡайһы бер нәмәләрҙе посылка менән ҡайтарыу ихтималлығы бар.

Шулай уҡ үҙегеҙгә тәүге осорҙа кәрәк булған йәки кәрәк булыуы ихтимал тип һанаған дарыуҙар ҙа алығыҙ.

Хәрби часть ҡарамағына барып еткәс, өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙың барыһы ла тейешле кейем комплекты, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин ителә.

“Туғаныбыҙ махсус операцияға юлланды. Үҙе һорамаһа ла, хеҙмәт иткән егеттәр аша белешеп, тәүге осорҙа кәрәкле әйберҙәр – йоҡлау өсөн  махсус ҡапсыҡ, жилет (разгрузка), пенка (түшәк) алып бирҙек”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Шайморат Тимербулатов.

Шулай уҡ хәрби операцияла бығаса ҡатнашҡан ир-егеттәр үҙең менән сөйәлгә, һыҙырылған ергә йәбештерергә пластырь, тубыҡ өсөн ҡулайлама (наколенник), жгут кеүек әйберҙәр алырға кәңәш итә.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: