Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 15:27

Аксаков көндәре уҙа

Башҡортостанда 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем традицион халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәрелә.

Аксаков көндәре уҙа
Аксаков көндәре уҙа

2022 йылда ул 32-се тапҡыр уҙғарыла һәм билдәле рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың 231 йыллығына һәм Башҡортостанда Аксаков фондына нигеҙ һалыныуының 30 йыллығына арнала. Байрам Өфө ҡалаһында, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында ойошторола.

Аксаков уҡыуҙарының төп маҡсаты – гражданлыҡ һәм патриотизмды формалаштырыу һәм үҫтереү, йәш быуында юғары рухи һәм әхлаҡи сифаттарҙы, тыуған ереңә һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын һәм йолаларҙы пропагандалау, художестволы ижадтың барлыҡ формалары үҫешенә ярҙам итеү.ң

- Халыҡ-ара Аксаков байрамы Өфөнөң һәм барлыҡ Башҡортостандың мәҙәни тормошоноң мөһим өлөшөнә әүерелде. Рус мәҙәниәтенең форумы Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә өс тиҫтә йылдан ашыу бара. Күреүебеҙсә, Аксаков уҡыуҙары Бөтә Рәсәй генә түгел халыҡ-ара кимәлдә таныла, күп милләтле илебеҙҙең ижтимағи-мәҙәни тормошоноң сағыу күренешенә әүерелде. Улар Башҡортостанға яҙыусыларҙы һәм философтарҙы, шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы, композиторҙарҙы һәм рус йырын башҡарыусыларҙы йәлеп итә. Халыҡ-ара Аксаков байрамын беҙ яҡташыбыҙға, һүҙ оҫтаһына, билдәле яҙыусы Сергей Аксаковҡа хөрмәт билдәһе күрһәтеү итеп ҡабул итәбеҙ. Аксаков көндәре киләсәктә лә халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итер тип ышанабыҙ, - тине Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

 30 сентябрҙә 17.30 сәғәттә традицион рәүештә С.Т. Аксаков һәм А.С. Пушкин һәйкәлдәренә  сәскәләр һалынасаҡ. Тантаналы кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.

Тематик саралар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, С.Т.Аксаков тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле булған райондарҙа ла барасаҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: