Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 00:02

Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы башланды

Башҡортостан, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булараҡ, конкурсҡа ете проект тәҡдим иткән.

Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы башланды
Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы башланды

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы буйынса тауыш биреү башланыуы хаҡында иғлан итте. Башҡортостан, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булараҡ, конкурсҡа ете проект тәҡдим иткән.

23 сентябрҙән 2 октябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Оҡшаған проектты бер тапҡыр 1-5 балл менән баһаларға һәм комментарийҙар яҙырға мөмкин, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Еңеүселәрҙе эксперт төркөмө билдәләйәсәк.

Оҡшаған проекттар өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә була. 

Быйыл республикала "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" сиктәрендә ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә 51 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 35 миллион һумдан ашыуы - федераль ҡаҙнанан. 

#национальныепроекты#нацпроекты

https://shonkar.com

 

 

Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы башланды
Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы башланды
Автор:
Читайте нас: