Дим буйҙары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 15:03

Халыҡҡа хеҙмәт итә

Йылбулаҡтамаҡтан Зөлфирә Сафарованың вазифалар даирәһе киң — ул почта начальнигы ла, оператор ҙа, тауар белгесе лә

Халыҡҡа хеҙмәт итә
Халыҡҡа хеҙмәт итә

Тормошобоҙҙо почтаһыҙ күҙ алдына килтереү бик ауыр. Интернет, электрон почта, мобиль элемтә булыуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәткәрҙәренең эше кәмемәй. Посылка ебeреү йәки алыу, яҙылыу, тораҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү hәм тағын бер тулы бер хеҙмәттәр исемлеге — быларҙың барыһын да беҙ почта аша эшләйбеҙ. Ә быларҙың барыһын да почта бүлеге начальнигы күҙәтеп тора. Тап  бына ул коллективтың берҙәм эше, клиенттарға тиҙ hәм сифатлы хеҙмәт күрһәтеү өсөн яуаплы.

Йылбулаҡтамаҡ ауыл биләмәһе почта элемтәһе бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәис ҡыҙы Сәфәрова һигеҙ йыл эсендe хеҙмәттәштәренең һәм клиенттарының хөрмәтенә генә лайыҡ булып ҡалмаған, ә тирә-йүндә йәшәүселәрҙең ышанысын да яулаған. Барлыҡ кешегә лә — балаларға, ололарға, өлкәндәргә лә ярай белә. Пенсионерҙарға, яңғыҙ кешеләргә айырым иғтибар бирә. Һәр береһе өсөн яҡшы һүҙ таба, берәүгә лә ярҙам итмәй ҡалмай. Зөлфирә Рәис ҡыҙы әлеге эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн күп кенә Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

— Кешеләр менән эшләү иғтибар, түҙемлек талап итә, — тип үҙ уй-кисерештәре менән уртаҡлаша Зөлфирә Рәис ҡыҙы. — Һигеҙ йыл элек Миәкәлә  документтарҙы нисек алып барырға, корреспонденцияны ваҡытында илтеп тапшырырға, клиенттар менән уртаҡ тел табырға өйрәтеү үткәрелде. Почта hөнәренең асылын өйрәнеү ауыр булманы, компьютер менән эшләү кyнекмәләре лә ярҙам итте, халыҡтың барыһын да беләм, сөнки Ҡасҡын ауылында тыуып үҫтем. Әлбиттә, теория теория менән, практика — башҡа эш.

Зoлфирә Сафарованың вазифалары күп. Ул почта начальнигы да, оператор ҙа, тауар белгесе лә. Почта начальнигы булараҡ, ул барлыҡ кәрәкле документтарҙы операторҙың төрлө түләүҙәрҙе нисек ҡабул итеүе, тауар белгесе булараҡ тауарҙы теркәй hәм һата. Почта бүлеге шишәмбе, кесе йома hәм шәмбe көндәрендә эшләй. Әммә бүлек начальнигы үҙе әйтеүенсә, көн һайын эшләргә тура килә.

Карина ИВАНОВА.

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: