Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 08:31

Көҙгө түтәл буш ҡалмаһын

Бушап ҡалған түтәлдәр киләһе йылға мул уңыш бирһен өсөн нимәләр сәсергә?

Көҙгө түтәл буш ҡалмаһын
Көҙгө түтәл буш ҡалмаһын

Тәжрибәле баҡсасылар баҡсала уңышты йыйып алғас, бушап ҡалған түтәлдәргә сидерат үҫемлектәр сәсеп ҡуя. Был эште оҙаҡҡа һуҙарға ярамай, сүп үләндәре сыҡҡансы башҡарып ҡалырға кәңәш ителә. Сидерат культуралар — органик ашлама булараҡ үҫтерелгән сорттар, улар химик ашламаны алыштыра. Улар тупраҡтың структураһын яҡшырта, файҙалы микро һәм макроэлементтар менән байыта, һауа алмашыныуы яҡшыра.

Киләһе сезонда помидор, ашкабаҡ, баклажан, борос, ҡыяр, ҡабаҡ һәм ҡарбуз үҫтерергә планлаштырылған урында көҙҙән гәрсис (горчица) сәсеү  файҙалы буласаҡ. Горчица антисептик эффектҡа ла эйә. Ул тупраҡты дезинфекциялай, төрлө бактериялар һәм бәшмәк ауырыуҙарын китереп сығарыусыларҙы бөтөрә.

Көҙгө үҫемлектәрҙән: бер йыллыҡ люпин, люцерна, клевер, торна борсағы (вика), солы, горчица, рапс сәсергә була. Люцерна әсе тупраҡ өсөн бигерәк тә файҙалы.

Торна борсағы тупраҡты азот һәм микроэлементтарға байыта, сүп үләнен бөтөрә. Торна борсағын башҡа сидераттар менән ҡушып сәсеү һәйбәтерәк. Ул әсе тупраҡта насар үҫә.

Сидерат культураларҙы сәскә атҡансы, йәки сәскә атҡан ваҡытында сабып алыу бик мөһим. Юғиһә, орлоҡтар бар баҡсағыҙға һибеләсәк.

kiziltan.ru

Көҙгө түтәл буш ҡалмаһын
Көҙгө түтәл буш ҡалмаһын
Автор:
Читайте нас: