Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 15:35

Радий Хабиров Доставалов исемендәге батальон һуғышсыларынан хәбәр алған

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә.  

Радий Хабиров Доставалов исемендәге батальон һуғышсыларынан хәбәр алған
Радий Хабиров Доставалов исемендәге батальон һуғышсыларынан хәбәр алған

- Доставалов исемендәге беҙҙең батальон һуғышсылары бәйләнешкә сыҡты. Егеттәр эшләйҙәр, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәйҙәр. Поста, барыһы ла  бар, барлыҡ туғандарына һәм яҡындарына хәбәр ебәрәләр. Һуғышсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тип яҙған Радий Хабиров.

Радий Хабировҡа үҙ хәбәрҙәрендә һуғышсылар хеҙмәтте алып барыуҙарын һәм махсус операция бурыстарын үтәүҙәрен һөйләгән. Улар һуғыш шарттарына яраҡлашыу күнекмәләрен үтәләр. Азат ителгән территорияларҙа йәшәүселәр үҙҙәрен рәхмәт менән ҡаршы алалар. Шулай уҡ һуғышсылар республика һатып алған техника өсөн рәхмәт белдерәләр: дрондар һ.б. Ял ваҡытында улар милли аштар әҙерләйҙәр. Шулай уҡ республиканың ярҙамын тойоп, алға табан да намыҫ һәм абруй менән хеҙмәт итәсәктәрен яҙалар.

Иҫән-имен, шатлыҡ менән әйләнеп ҡайтығыҙ, ватандаштар!

https://baltachtan.ru

Радий Хабиров Доставалов исемендәге батальон һуғышсыларынан хәбәр алған
Радий Хабиров Доставалов исемендәге батальон һуғышсыларынан хәбәр алған
Автор:
Читайте нас: