Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 06:52

Штрафтар арта

Транспортын рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырыусыларға күберәк түләргә тура киләсәк.

Штрафтар арта
Штрафтар арта

Машинаны штраф туҡталышына эвакуациялауға хаҡтар артты. Элек транспорт сараһын эвакуациялаған өсөн 1,5 мең һум алалар ине, хаҡтар күтәрелгәс 2557 һум түләргә тура киләсәк. Скутер һәм мотоциклдарҙы махсус туҡталышта һаҡлаған өсөн түләү сәғәтенә 12 һумдан 20 һумға тиклем күтәрелде. B категориялы, йәғни 3,5 тоннаға ҡәҙәр булған машиналар өсөн сәғәтенә 25 һум урынына 40 һум түләргә тура киләсәк. D категориялы, йәғни 3,5 тоннанан ауырыраҡ машиналарға 50 һум урынына 80 һум түләү ҡаралған. Прицеплы машиналар өсөн хаҡ 75 һумдан 120 һумға ҡәҙәр күтәрелде. Юл билдәләренә тағын да нығыраҡ иғтибар итергә ҡала инде хәҙер.

Фото:vk.com

https://omet-rb.com

Штрафтар арта
Штрафтар арта
Автор:
Читайте нас: