Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 09:22

Татарстанда билдәһеҙ кеше пневматик ҡоралдан үҫмерҙәогә атҡан…

Улар тән йәрәхәттәре алған...

Татарстанда билдәһеҙ кеше пневматик ҡоралдан үҫмерҙәогә атҡан…
Татарстанда билдәһеҙ кеше пневматик ҡоралдан үҫмерҙәогә атҡан…

Яр Саллыла билдәһеҙ кеше ташландыкҡ бина территорияһында ике үҫмергә пневматик ҡоралдан атҡан. Улар тән йәрәхәттәре алған, тип хәбәр итә  Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығы.

«Дуҫтар менән ташландыҡ бина янында йөрөгәндә, 3-4 тапҡыр аттылар. Билдәһеҙ кеше ҡара кейемдән идне», — тип сөйләгән балалар.

Ҡурыҡҡан балалар әлеге урындан ҡасҡандар һәм был хаҡта полиция хәбәр иткәндәр. Хәҙер әлеге факт буйынса тикшереү эштәре бара.

Һаҡ булығыҙ. Бигерәк тә балаларҙы һаҡлағыҙ! Уларҙың ташландыҡ урындарҙа яңғыҙ, өлкәндәр оҙатыуынан башҡа йөрөүҙәренә юл ҡуймағыҙ. Ҡатмарлы, билдәһеҙлектәр заманында йәшибез. Уяу булайыҡ! Берҙәм булайыҡ!

https://baltachtan.ru

Автор:
Читайте нас: