Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2022, 08:44

Гемоглобинды дарыуһыҙ ҙа күтәреп була

Был осраҡта йөҙөм, грек сәтләүеге, лимон, әлморон ярҙам итә. 

Гемоглобинды дарыуһыҙ ҙа күтәреп була
Гемоглобинды дарыуһыҙ ҙа күтәреп була

1.

Бының өсөн ит турағыстан яртышар килограмм кураганы, йөҙөмдө, таҙартылған грек сәтләүеген, ҡабыҡлы лимонды үткәрәбеҙ. Унан ярты литр бал ҡушып болғатабыҙ. 

Был ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлар кәрәк. Дауаны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә. Шулай уҡ икмәккә һылап ашарға ла була. 


2.

Башта 0,5 кг грек сәтләүеген иҙеп алабыҙ, унан 0,5 кг йөҙөм һәм ярты стакан бал ҡушып болғатабыҙ. Көн дә ас ҡарынға 1-әр аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә. 

3. 

1-2 башлы һуғанды ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алабыҙ. Һуттың бер өлөшөн (1:3 миҡдарҙа) алоэ һуты менән бутайбыҙ. Дауаны һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Әҙер дауаны көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә. 

4. 

5 аш ҡалағы киптереп ваҡланған әлморон емешен 1 литр боҫрап ҡайнап ултырған һыуға һалабыҙ. 8-10 сәғәт термоста төнәтәбеҙ. Көн дауамында сәй кеүек эсергә. 

5.

Көн һайын анар емешен (гранат) ашарға тырышығыҙ йәки һутын эсегеҙ. 

Р.С. Йәй үтте. Шулай ҙа быныһын да яҙып үтәйем: йәй көнө көн дә ҡый үләне булып һаналған йондоҙ үләнен (тpaва мoкpицы) 100-әр гр ашарға була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

hakmar.ru

Автор:
Читайте нас: