Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2022, 08:17

Йөклө ҡатындар иртә иҫәпкә торған өсөн пособие ала

Башҡортостанда иртә срокта иҫәпкә торған 11 меңдән ашыу йөклө ҡатын-ҡыҙ пособие ала. 

Йөклө ҡатындар иртә иҫәпкә торған өсөн пособие ала
Йөклө ҡатындар иртә иҫәпкә торған өсөн пособие ала

Йыл башынан алып был түләүҙәрҙе финанслауға Пенсия фонды 292 миллион һум аҡса бүлгән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айына 6600 һум түләү ҡаралған. Пособие тәғәйенләгәндә килем (ул ғаиләнең һәр ағзаһына 12 110 һумдан артмаҫҡа тейеш), мөлкәт иҫәпкә алына. Әммә буласаҡ әсәнең ғаилә хәле һәм хеҙмәт статусы иғтибарға алынмай. Ғаризаны 12 аҙна йөклөлөктән һуң пенсия фондына тапшырырға кәрәк.

Башинформ. 

Йөклө ҡатындар иртә иҫәпкә торған өсөн пособие ала
Йөклө ҡатындар иртә иҫәпкә торған өсөн пособие ала
Автор:
Читайте нас: