Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2022, 08:04

Юлдар тәртипкә килтерелә

Башҡортостанда М-5 “Урал” - Шишмә - Аксенов - Ҡырғыҙ-Миәкә төбәк юлының ике участкаһы төҙөкләндерелде

Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә

Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районында М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының 14 километрлыҡ ике участкаһы төҙөкләндерелде. Объекттарҙа эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

Участкаларҙа тәгәрмәс эҙҙәре коллеяһы бөтөрөлгән, тигеҙләүсе ҡатлам һәм япма ҡоролмаһы эшләнгән. Шулай уҡ юл ситтәре нығытылған, юлға, шул иҫәптән термопластиктан күсәр тамғалар төшөрөлгән.

– 2022 йылда төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнештәге 384 километр юл участкаһын һәм дөйөм оҙонлоғо 455 погон метрҙан ашыу булған туғыҙ күперҙе ремонтлау күҙаллана, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

2023 йылда Дәүләкән районында ошо уҡ юлдың 4 километр оҙонлоҡтағы тағы бер участкаһын ремонтлау күҙаллана.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты илдең Транспорт министрлығы тарафынан “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указ положениеларын үтәү маҡсатында әҙерләнде. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала тиерлек, унда Рәсәйҙең 85 субъекты һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының юл эшмәкәрлеге программалары федераль һәм төбәк бюджеттарынан финансланасаҡ.

Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #национальныепроекты#нацпроекты
Фото: Юл хужалығы һәм транспорт министрлығы.

https://bashgazet.ru

Юлдар тәртипкә килтерелә
Юлдар тәртипкә килтерелә
Автор:
Читайте нас: