Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2022, 07:12

Уҡытыусылар династияһын дауам итеп

Лүзиә һәм Наил Ғәниевтар бер нисә быуын уҡыусыларына белем биреп, ҙур тормош юлына оҙатҡан. 

Уҡытыусылар династияһын дауам итепУҡытыусылар династияһын дауам итеп
Уҡытыусылар династияһын дауам итеп

Талантлы уҡытыусы үҙ белемен балаларға бирә, ауырлыҡтарҙы еңеләйтә, бала күңелен аңлай белә. Бының өсөн уҡытыусы булып тыуырға, ғүмерең буйы уҡытыусы булып йәшәргә кәрәктер. Уҡытыусы – ул һөнәр генә түгел, ул – уның яҙмышы. Улар балаларҙы белем донъяһына алып керә. Яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәт шатлығын тойорға өйрәтә.

Үҫмер саҡта, һөнәр һайлағанда, кеше яңылышырға ла мөмкин. Ә бына Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып-үҫкән Люзиә Нәзир ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлап, бер ҙә яңылышмағандыр. Ул, моғайын, ата-әсәһе ҡанынан күскәндер. Нимә генә тиһәң дә, атаһы Нәзир Ғәләүетдин улы тыуған ауылы мәктәбендә оҙаҡ йылдар алгебра, геометрия фәндәренән уҡытҡан. Шул уҡ ваҡытта уның әсәһе Зәйнәп Тимербай ҡыҙы ла мәктәптә эшләгән.

Ғәниева Лүзиә Нәзир ҡыҙы 1961 йылда Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында донъяға килә. Мәктәп тормошо бәләкәйҙән таныш булғанға, мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ғәниев Наил Мәрүәр улы ла физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә. Барлыҡ ауыл егеттәре кеүек, Наил ағай ҙа бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. “Ауылыбыҙҙың бейек тауына көн дә менеп төшә инем”, - тип һөйләй ул. Шуға күрә ул ҡулына аттестат алғандан һуң, Кумертау физкультура техникумына юл тота.

Наил ағай менән Лүзиә апай барлыҡ көс-дәртен биреп мәктәп донъяһына сумалар. Уҡытыусы һөнәре тәү ҡарашҡа ғына еңел тойолһа ла, был хеҙмәт бик ҙур яуаплылыҡ талап итә. Уларҙың ауыр ҙа, яуаплы ла, ҡатмарлы ла булған, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булып ҡалыуҙары беҙҙе һөйөндөрә. Мәктәптә уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла улар әүҙем ҡатнашалар, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгәндәр. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт барлыҡҡа килә. Улар 1983 йылда матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғаиләне тулыландырып, бер-бер артлы улдары Илдар, ҡыҙҙары Лилиә һәм кесе улдары Илмир тыуа. Балалары ла бәләкәйҙән эш һөйөүсән, тәртипле булып үҫәләр. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашлар, спорт менән шөғөлләнәләр. Ғаилә 1992 йылда яңы йорт һалып сыға.

Ғаниевтарҙың өлкән улы Илдар яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләй: Санкт-Петербургтағы хәрби институтҡа уҡыға инә. Уны тамамлағас, Өфөгә 29-сы отрядҡа (спецназ) ебәрелә. Эшләү осоронда төрлө ергә командировкаларға йөрөй. Ете тапҡыр Чечен Республикаһында була. 2014-16 йылдарҙа Мәскәү хәрби академияһын тамамлай. Унан Силәбе өлкәһендәге Озерск ҡалаһына эшкә ебәрелә. Хеҙмәтен намыҫ менән башҡара, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Әлеге көндә М.Шайморатов исемендәге батальонда командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Подполковник, ғаиләһендә өс малай үҫә.   

Ҡыҙҙары Лилиә лә ата-әсәһе юлынан китә - М. Акмулла исемендәге педагогия институтының физика-математика бүлеген тамамлай. Ул башта балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әлеге ваҡытта мәктәптә математика фәненән уҡыта. Кесе улдары Илмир ҙа ағаһы кеүек, хәрби булырға ҡарар итә. Санкт-Петербургтағы хәрби институтта белем ала. Йәштән үк спорт менән мауыҡҡан егет юғары уҡыу йортоноң йыйылма командаһы составында тора. Хәрби институттар араһындағы ярыштарҙа гер күтәреү буйынса гел призлы урындарға лайыҡ була. Бик күп наградаларға лайыҡ була. Әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһында рота командиры булып хеҙмәт итә. Дәрәжәһе буйынса - өлкән лейтенант.

Лүзиә Нәзир ҡыҙы 35 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаһа, Наил Мәрүәр улының  педагогик хеҙмәт стажы - 41 йыл. Улар икеһе лә бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсән. Балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән  Ғәниевтар, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Наил Мәрүәр улы һәм Лүзиә Нәзир ҡыҙы йөҙләгән баланың күңеленә юл табып, матурлыҡ, изгелек орлоҡтары һалған кешеләр. Улар уҡытҡан балалар хәҙер инде илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралған. Әлбиттә, уҡытҡан уҡытыусыларына ҡарата рәхмәт хистәре һәр баланың күңелендә һаҡлана. Хөрмәтле мәғариф ветерандарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, уҡыусыларҙың рәхмәтенә төрөнөп, уларның ярҙамын тойоп йәшәргә насип булһын.

Элиза Сәлихова,

Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе. 

Уҡытыусылар династияһын дауам итеп
Уҡытыусылар династияһын дауам итеп
Автор:
Читайте нас