Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2022, 02:07

Һауанан төшкән байлыҡмы?

Бер ир банкомат эргәһендә аҡса таба һәм шунда уҡ автосалонға юллана...

Һауанан төшкән байлыҡмы?Һауанан төшкән байлыҡмы?
Һауанан төшкән байлыҡмы?

Баш ҡалала йәшәгән 34 йәшлек ҡатын банк картаһынан ҙур сумма аҡса юғалыуы тураһында полицияға хәбәр иткән. Ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә ул банкомат аша 350 мең һум аҡсаһын картаға һалған, әммә аҡса уның иҫәбенә барып етмәгән. Зыян күргән ҡатын банктың ярҙам итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт яҙған. Финанс учреждениеһы ҡатынға техник хата арҡаһында килеп тыуған  зыянды ҡаплай, ләкин хәл бының менән генә тамамланмай.

Республика Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 3-сө полиция бүлеге оперативниктары аҡса юғалыуға ҡатнашы булғандарҙы асыҡлай башланы. Улар зыян күреүсе ҡатын менән бер үк ваҡытта бер ирҙең банкомат эргәһенә килеп тороуын асыҡлаған. Таныш булмаған кеше киткәс, ҡатын йәнә аппарат эргәһенә килә, ләкин унда аҡса булмай.

Полицейскиҙар күҙалланған енәйәтсенең шәхесен асыҡлай. Уның Хәйбулла районында йәшәүе асыҡланған. Ирҙең ҡайҙалығын тиҙ арала асыҡлай алмағандар, шулай ҙа тиҙҙән оперативниктар ғәйепләнеүсенең эҙенә төшкән. «Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 34 йәшлек ир банкомат эргәһенә килгән һәм унда аҡсаларҙың ятҡанын күргән. Һауанан төшкән ошондай бүләккә шатланып, Хәйбулла районы кешеһе аҡсаны алып, шунда уҡ автосалонға юллана һәм унда үҙенең корея сит ил машинаһын тапшырып, урланған аҡса менән өҫтәп түләп,  өр-яңы «Шкоду Карок»ты ала. Енәйәтсе  ай буйына баш ҡала һәм республика буйлап яңы кроссоверҙа йөрөп, тиҙлекте  арттырған өсөн 50 мең һумға яҡын штраф “туплай”. Әйткәндәй, ул эҙенә төшмәһендәр өсөн даими рәүештә йәшәү урынын алмаштыра. Шулай ҙа оперативниктар уның эҙенә баҫа.Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы, шулай уҡ штрафын ваҡытында түләмәүсе менән суд приставтары ҡыҙыҡһынып, уның автомобилен тартып алған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

Полицийскиҙар уның сит ил машинаһын һатып алыу тарихын белеп, 34 йәшлек иргә  ҙур суммала аҡса урлау буйынса енәйәт эше аса. Тик ул үҙенең ғәйебен танымай. Әгәр суд уны ғәйепле тип тапһа, уға банкка зыянды ла ҡапларға тура киләсәк.

Фото: МВД по РБ

haibh.ru

Һауанан төшкән байлыҡмы?
Һауанан төшкән байлыҡмы?
Автор:
Читайте нас