

Бюст архитектура ҡомартҡыһы булған(№6-2/251в 12.05.92) Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы бинаһында ҡуйыласаҡ . Адресы Комсомол урамы, 67.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Әҫәрҙең авторы - билдәле скульптор Дворник Владимир Александрович (1972-2020).
Ш. Бабич һәйкәле (бюсы) Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына - Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан бүләккә тапшырыла.
Тантанала Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан абруйлы ҡунаҡтар, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм студенттары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашасаҡ.
https://ashkadar.com