Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2022, 04:10

Студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүленгәнен хәбәр итте.

Студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленәСтуденттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленә
Студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленә

«Шәп яңылыҡ менән уртаҡлашам – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын финанслау мәсьәләләре тулыһынса хәл ителде. Әле генә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының юғары белем һәм фән министры Валерий Николаевич Фальков менән кәңәшмә тамамланды.

Киләһе  йылдарҙа проектты тормошҡа ашырыуға 20 миллиард һум инвестиция һалына, шуның 60 проценты — федераль ҡаҙнанан.

Беҙ кампус өсөн Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүен һайланыҡ.   

Бында ятаҡтар тураһында ғына һүҙ бармай. Тәү сиратта беҙ донъя кимәлендәге заманса фәнни-мәғариф мөхитен, йәшәү, белем алыу, фән, спорт һәм мәҙәниәт өсөн киңлек булдырабыҙ.

Был иһә республикабыҙ өсөн ҙур ҡаҙаныш, ул, бер ниндәй тышҡы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, үҫешергә тейеш. Юлыбыҙҙан тайпылмайынса, алға барабыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru

Студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленә
Студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса бүленә
Автор:
Читайте нас